Республика белем биреү майҙансығы "АҠБУҘАТ"



«Аҡбузат» пилот майҙаны ете модуль форматында тормошҡа ашырыла:

«Ғаиләм» — башҡорт халҡының ғаилә ҡиммәттәренә арналған тематик сәғәттәр ойоштороу, балаларҙың проект эштәре;
«Уйнайыҡ» — башҡорт теле һүҙҙәре һәм һөйләмдәрен ҡулланып балалар уйындарының сценарийҙарын баҫыу, байрамдар һәм хәтерле көндәр, башҡорт балалар уйындарының традицион төрҙәрен ҡулланыу;
«Аралаш» — башҡорт телендә бирелгән темалар буйынса диалогтар ойоштороу, туған телдә балалар баҡсалары һәм мультстудиялар эшен үҫтереү;
«100 һүҙ» — иң йыш ҡулланылған 100 башҡорт һүҙен билдәләү, 100 һүҙҙе өйрәнеү һәм нығытыу;
«Бейейек» — башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән таныштырыу;
«Полиглот» — бер сит теле һәм башҡорт теле буйынса дәрестәр ойоштороу, донъя халыҡтарының мәҙәниәте менән таныштырыу, тел компетенцияларын үҫтереү;
«Атайсал» — балаларҙы Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте, унда йәшәгән халыҡтар, география (туризм) объекттары, етдилектәр, туған ерҙең батырҙары менән таныштырыу.

       Ошо ете модуль балалар баҡсаһы балаларына башҡорт теле өйрәтеү буйынса системалы эште ойоштороуға ярҙам итә.

Перспективный план работы по модулю «___100 һүҙ___».docx

Аҡбуҙат МЕТОД ПОСОБИЕ УТВЕРЖДЕННОЕ.pdf



        22 сентябрь Өфө ҡалаһының 75 -се "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында " Аҡбуҙат" белем биреү проектын Өфө ҡалаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тормошҡа ашырыу " республика семинарында беҙҙең "Толпар "балалар баҡсаһы ҡатнашты. 

      Семинар барышында "Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү: проблемалар һәм перспективалар" темаһына түңәрәк өҫтәл эшләне.Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Ишемғолов М. Н.,Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығындағы милли мәғариф бүлеге етәксеһе Сафиуллина Р.Р., Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтының педагогик фәндәр докторы, уҡытыу- методик эш буйынса проректоры Яфаева В.Г., шулай уҡ милли белем биреү Ресурсының әйҙәүсе белгесе Миңлеәхмәтова Г.Р. сығыш яһанылар.Сараның методик өлошөндә Өфө ҡалаһы балалар баҡсалары "Аҡбуҙат" проектын бойомға ашырыу буйынса үткәрелгән эш төрҙәре менән таныштырып тәжрибә уртаҡлашты.

     Семинар фекер алышыу менән йомғаҡланды.Яңы башланып торған уҡыу йылында "Толпар" балалар баҡсаһы "Аҡбуҙат" республика проектына ҡушыла һәм үткәрелгән сара беҙҙең өсөн фәһемле, файҙалы булды







       2025 йылдың 27-нән 31-е  октябргә тиклем Өфө ғилми-мәғлүмәт һәм методик үҙәгендә республиканың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары өсөн «Аҡбуҙат» белем биреү проекты - башҡорт телен өйрәнеүҙә инновацион алым» темаһына квалификация күтәреү курстары уҙҙы.
Республиканың 36 район-ҡалаһынан 60-тан ашыу мәғариф хеҙмәткәре башҡаланың 5 башҡорт телле балалар баҡсаларында  инновацион проект сиктәрендә кескәйҙәр  менән асыҡ дәрестәр ҡараны, туған телебеҙҙе өйрәнеү буйынса балалар менән эш формаларын, алымдарын һәм специфик өндәр менән таныштырыу үҙенсәлектәрен асты.

       «Аҡбуҙат» проектына индерелгән 7 модуль буйынса һәр бер балалар баҡсаһы әҙерләгән оҫталыҡ дәрестәре, кескәйҙәрҙең сығыштары  фәһемле булды  һәм юғары кимәлдә үтте.
Уҡыуҙар аҙағында ҡатнашыусылар фекер алышты, көнүҙәк һорауҙарға яуап алды.
Башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалауға ҡоролған был проект үҙенең маҡсатына һис шикһеҙ ирешер тип ышанғы килә.