Ҡалабыҙҙың «Толпар» балаллар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Абдуллин Аслан (етәксеһе -Әлбәкова Г.Ш.) Өфө ҡалаһында үткән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсында 1 урын яуланы.
Июнь 5, 2026
Просмотров: 15
Бөтә донъяны һыу баҫыу осоронан алып кешеләрҙең йәшәйешен һүрәтләгән иң ҙур ҡобайыр ул «Урал батыр». Тәү кешеләр — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлап, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙөндә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен бәйән итә. Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың хасил булыуын һөйләй.
Урал батыр образы — милләттең рухи берҙәмлек символы. Ул тыуған ере, халҡы өсөн ғүмерен дә йәлләмәгән мифик батыр. Был ҡомартҡы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен һәм йолаларын быуындан-быуынға тапшырыуҙың төп сығанағы булып тора.
Кешене кеше итеп тотҡан тойғоларҙың береһе – тыуған ереңә, илеңә,
кешеләргә файҙа килтереү, уларға хеҙмәт итеү. Был тойғоларҙы һеңдереп үҫкән
бала рухи яҡтан бай, әхлаҡ яғынан юғары була.
Урал батыр өлгөһөндә балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү, уларҙы тыуған ерен, илен яратырға, туған телен, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен хөрмәт итергә өйрәтеү – дөрөҫ тәрбиәнең бөтөн, әҙер концепцияһы.
Ҡалабыҙҙың «Толпар» балаллар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Абдуллин Аслан (етәксеһе -Әлбәкова Г.Ш.) Өфө ҡалаһында үткән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсында 1 урын яуланы. Ҙур оҫталыҡ,таһыллыҡ,ихтыяр көсө талап иткән бәйгелә еңеп сыҡҡан кескәй Асланға артабанда да уңыштар юлдаш булыуын һәм улдарын һәр яҡлап ҡеүәтләп тороусы әсәһе Диана Нәғим ҡыҙына,атаһы Рифат Мирза улына рәхмәтемде белдерәм,ғаилә бәхете теләйем.