Онлайн семинар
Декабрь 12, 2025
Просмотров: 3
12 декабрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының педагогика институты тарафынан ойошторолған "Башҡорт телендә һөйләшкән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙа телмәрҙе өйрәнеү һәм төҙәтеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр" темаһына республика семинары үтте. Беҙҙең балалар баҡсаһынан эксперименталь майҙансыҡтың ижади төркөмө ҡатнашты. Тәрбиәсе Садыҡова Р. Ф. "Телмәр үҫтереү буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләүҙең традицион булмаған алымдары" темаһына сығыш яһап, тәжрибә уртаҡлашты.