Асыҡ дәрестәр башланды
Ноябрь 28, 2025
Просмотров: 35
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы нәфис әҙәбиәт менән таныштырыу буйынса эштең торошон өйрәнеү аҙналығы сиктәрендә , бөгөн икенсе кескәйҙәр төркөмөндә асыҡ дәрес күрһәтелде. Тәрбиәсе Самарбаева Рәзилә Айбулат ҡыҙы кескәйҙәрҙе серле ҡумта ярҙамында әкиәт иленә сәйәхәткә алып барҙы. Ҡыҙҙар, малайҙар әкиәт һөйләп өйрәнделәр, яратҡан геройҙарының һүрәтен йыйҙылар. Сәйәхәттән балалар китаптар менән һаҡсыл ҡулланырға кәрәк икәнлекте белеп, матур әкиәт тыңлап, ҡыуанып ҡайттылар
#Толпарбалаларбаҡсаһы
#Икенсекескәйҙәртөркөмө
#Толпарбалаларбаҡсаһы
#Икенсекескәйҙәртөркөмө