Файҙалы осрашыу
Ноябрь 25, 2025
Просмотров: 5
Балалар баҡсаһында ижади ғаилә – Тувалевтар менән күңелле, мауыҡтырғыс, файҙалы осрашыу үтте. Балалар рәссәм-пейзажсы Зәбир Тувалевтың ижады менән танышты, тыуған яғыбыҙҙың матур тәбиғәтен һынландырған картиналарын яҡындан ҡарап һоҡланды. Шулай уҡ ҡыҙҙар һәм малайҙар милли көйҙәребеҙгә бейенеләр, музыка ҡоралдарында көйгә ҡушылып уйнанылар. Йөкмәткеле, балаларҙың төрлө яҡтан үҫешенә йүнәлтелгән сара өсөн Тувалевтар ғаиләһенә рәхмәт белдерәбеҙ. Ижади уңыштар һеҙгә!