1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Семинар - практикум ата - әсәләр өсөн.

Семинар - практикум ата - әсәләр өсөн.

Ноябрь 20, 2025 Просмотров: 98
Балалар баҡсаһының  әҙерлек төркөмөнә йөрөгән ата-әсәләрҙең мәктәпкә әҙерлек тураһында күҙаллауҙарын киңәйтеү маҡсатында педагог-психолог Алибекова Г. Ш. һәм уҡытыусы-логопед Туйканова Г. Р.  "Мәктәпкә барғанда" Тип аталған семинар-практикум үткәрҙе. Белгестәр балаларҙы уҡыуға әзерләүҙә нимәгә иғтибар итергә, нисек уйындар ярҙамында уның телмәрен, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен, иғтибарын, зирәклеген уҫтерергә мөмкин икәнлеге тураһында һөйләне. Балаларҙың мәктәп тураһында белемдәре, фекерҙәре менән бүлешкән видеояҙманы ата-әсәләр ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Һуңынан дәрестәр һәм тәнәфес формаһында балалар менән берлектә мәктәпкә әҙерлек буйынса уйындар ойошторолдо. Фәһемле саранан һуң ата-әсәләр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алдылар.