Пилот майҙансығы "Аҡбуҙат"
Октябрь 19, 2025
Просмотров: 2
2025 йылдың 27-нән 31-е октябргә тиклем Өфө ғилми-мәғлүмәт һәм методик үҙәгендә республиканың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары өсөн «Аҡбуҙат» белем биреү проекты - башҡорт телен өйрәнеүҙә инновацион алым» темаһына квалификация күтәреү курстары уҙҙы.
Республиканың 36 район-ҡалаһынан 60-тан ашыу мәғариф хеҙмәткәре башҡаланың 5 башҡорт телле балалар баҡсаларында инновацион проект сиктәрендә кескәйҙәр менән асыҡ дәрестәр ҡараны, туған телебеҙҙе өйрәнеү буйынса балалар менән эш формаларын, алымдарын һәм специфик өндәр менән таныштырыу үҙенсәлектәрен асты.
«Аҡбуҙат» проектына индерелгән 7 модуль буйынса һәр бер балалар баҡсаһы әҙерләгән оҫталыҡ дәрестәре, кескәйҙәрҙең сығыштары фәһемле булды һәм юғары кимәлдә үтте.
Уҡыуҙар аҙағында ҡатнашыусылар фекер алышты, көнүҙәк һорауҙарға яуап алды.
Башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалауға ҡоролған был проект үҙенең маҡсатына һис шикһеҙ ирешер тип ышанғы килә.