Республика семинарында беҙҙең "Толпар "балалар баҡсаһы ҡатнашты
Сентябрь 22, 2025
Просмотров: 2
22 сентябрь Өфө ҡалаһының 75 -се "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында " Аҡбуҙат" белем биреү проектын Өфө ҡалаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тормошҡа ашырыу " республика семинарында беҙҙең "Толпар "балалар баҡсаһы ҡатнашты.Семинар барышында "Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү: проблемалар һәм перспективалар" темаһына түңәрәк өҫтәл эшләне.Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Ишемғолов М. Н.,Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығындағы милли мәғариф бүлеге етәксеһе Сафиуллина Р.Р., Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтының педагогик фәндәр докторы, уҡытыу- методик эш буйынса проректоры Яфаева В.Г., шулай уҡ милли белем биреү Ресурсының әйҙәүсе белгесе Миңлеәхмәтова Г.Р. сығыш яһанылар.Сараның методик өлошөндә Өфө ҡалаһы балалар баҡсалары "Аҡбуҙат" проектын бойомға ашырыу буйынса үткәрелгән эш төрҙәре менән таныштырып тәжрибә уртаҡлашты. Семинар фекер алышыу менән йомғаҡланды.Яңы башланып торған уҡыу йылында "Толпар" балалар баҡсаһы "Аҡбуҙат" республика проектына ҡушыла һәм үткәрелгән сара беҙҙең өсөн фәһемле, файҙалы булды