18 ноябрҙә “Толпар” балалар баҡсаһында райондың уҡытыусы-логопедтары, уҡытыусы-дефектологтарының сираттағы семинары үтте.
Ноябрь 18, 2025
Просмотров: 141
18 ноябрҙә “Толпар” балалар баҡсаһында райондың уҡытыусы-логопедтары, уҡытыусы-дефектологтарының сираттағы семинары үтте.
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәренең дәртле йырынан һуң район мәғариф бүлеге методисы Әлиә Ғәббәс ҡыҙы ҡатнашыусыларҙы сәләмләп сыгыш яһаны. Семинарҙың темаһы «Уҡытыусы-логопед һәм уҡытыусы-дефектолог эшмәкәрлегендә белем биреү технологияларын ҡулланыуҙың тормошҡа ашырылыуы һәм продуктивлығы» булараҡ, сығыш яһаусылар үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.
“Толпар” балалар баҡсаһы уҡытыусы-логопеды Туйканова Гөлсәсәк Разаҡ ҡыҙы С һәм Ш өндәрен айырыуға индивидуаль дәрес күрһәтте. Нейропсихолог Сирусина Г.И. “Баш мейеһенең функциональ блоктары һәм мейенең үҫеш закондары: логопед һәм дефектологтарға нимәләрҙе белеү мөһим” темаһына бик ҡыҙыҡлы сығыш яһаны. “Толпар” балалар баҡсаһы уҡытыусы-логопеды Үтәбаева Альбина Әҙеһәм ҡыҙының “Балалар баҡсаһы логопедтарының эшендә һаулыҡ һаҡлау технологиялары: Биоэнергопластика” темаһына сығышын семинарҙа ҡатнашыусылар бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Ҡаланың 5-се һанлы мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмөнөң уҡытыусы-дефектологы Хәлитова Динә Леонид ҡыҙы “Мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эштә мнемотехника ҡулланыуҙа изограф йүнәлеше” темаһына мастер-класс күрһәтте.