Көҙгө иртәлектәр
Беҙҙең балалар баҡсаһында, өлкән һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмендә, “Бысраҡ һәм Һалҡынлыҡ көҙҙә ҡунаҡта” исемле байрам үтте. Балалар был байрамды көтөп алдылыр, ихлас әҙерләнделәр. Тышта һалҡын булһа ла, музыкаль залда йылы, күңелле мөхит тантана итте. Тылсымлы көҙ үҙе балаларға ҡунаҡҡа килде. Балалар көҙ билдәдәләрен иҫтәренә төшөрҙө, көҙ тураһында йомаҡтар систеләр, йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр, бейеп тә алдылар.
Байрамға саҡырылмаған ҡунаҡтарҙа килделәр, “Бысраҡ” һәм “Һалҡынлыҡ” балаларҙың байрам кәйефен боҙорға маташтылар. “Тымау” һәм “Сөскөрөү” вирустарын алып килделәр, ундағы булғандарға һыу һибеп, ел ойошторҙолар. Әммә улар байрам кәйефен боҙа алманылар. Балаларҙың изге йөрәктәре һәм нурлы йылмайыуҙары, саҡырылмаған ҡунаҡтарҙың ниәтен үҙгәртә алдылар.
Сара сағыу, күңелле, мауыҡтырғыс, ә иң мөһиме иҫтә ҡалырлыҡ булды. Тәрбиәләнеүселәр күп ыңғай тәҫьироттар алдылыр. Байрам дан булды.