Милли кейем көнө
“Һәр кейемдә тотош халыҡ тарихы”
Беҙҙәң балалар баҡсаһында милли мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгөнә һәм матурлығына арналған тематик көн үтте. Балалар был идеяны шатланып хупланы һәм балалар баҡсаһына башҡорт, урыҫ, татар һәм башҡа милли кейем элементарын тағып килделәр.Был көн белем һәм ижад тулы булды. “Нимә ул милли кейем ? “, “Биҙәктәр һәм орнаменттар ниндәй мәғәнәгә эйә ? “ тигән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәләр үтте.
Ижади дәрестәрҙә, балалар костюмдарҙың деталдәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар. Хатта оҡшаған биҙәктәрҙе һүрәтләргә тырыштылар.
Шулай уҡ , халыҡ уйындары ла күңел асыу һәм шатланыу бүләк итте!
Сағыу буяуҙар, балаларҙың йылмайыуы һәм мәҙәниәтебеҙҙең байлығын аңлау – бына нимә ул ысын байрам!
Ата-әсәләр, һеҙ беҙҙең иң яҡшы ярҙамсыбыҙ! Һеҙ костюмдар әҙерләүҙә ижади ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙ афариндар! Бергәләп йолаларға хөрмәт һәм толерантлыҡ тәрбиәләйек!