1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Урал батыр" конкурс

"Урал батыр" конкурс

Апрель 23, 2025 Просмотров: 114
22 апрель "Толпар" балалар баҡсаһында "Урал батыр"район бәйгеһенең беренсе этабы үтте. Урал батыр эпосын яттан һөйләуселәр араһында кескәй төркөмдән Иҫәнбаева Әминә, өлкәндәр төркөмөнән Сәлихов Ансар еңеүсе булдылар. Һүрәт төшөрөү буйынса мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Шәрипова Альбина еңеүсе тип табылды. Йәш әртистәр: Раева Сафия, Зәйнуллин Данир, Иҫәндәүләтов Эмир, Мөрсәлимов Рөстәм тамашасыларҙы "Урал батыр" эпосынан өҙөк сәхнәләштереп ҡыуандырҙылар. Еңеүселәр 24 апрель "Айыуҡай" балалар баҡсаһында үтәсәк бәйгенең район этабында көс һанашасаҡ.