1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. #Башҡорттелекөнө

#Башҡорттелекөнө

Декабрь 13, 2024 Просмотров: 245
14 декабрь – Башҡортостанда башҡорт теле көнө билдәләнеү айҡанлы,“Толпар” балалар баҡсаһында башҡорт теле аҙналығы ихлан ителеп, төрлө саралар менән киң билдәләнде. Башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе, сәсән-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнгән сара айҡанлы, балалар  шағир-мәғрифәтсе М. Аҡмулланың ижады һәм тормош юлы менән таныштылар, аҙна буйы башҡортса шиғырҙар, йырҙар, ҡурай моңо, милли башҡорт уйындары,әкиәттәр яңғырап торҙо. Кескәйҙәр төркөмө “Бармаҡ уйындары”ойошторҙо, башҡорт халыҡ аштарын әүәләнеләр, өлкән төркөмдәр тел төҙәйткестәр, һанашмаҡтар әйтешеп, йомаҡтар сисеп ярыштылар. Балалар, кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән баҫма «Аҡбуҙат» журналы менән,  “Ҡурай”, “Ай менән Зөһрә” башҡорт халыҡ әкиәте, легендаһы менән таныштылар, башҡорт халҡының «Ҡурай», «Миңлебай», «Тирмә», «Йәшерәм яулыҡ», «Күмер йөҙөк» уйындарын уйнанылар. Балаларҙың  «Башҡорт теле бар икән, башҡорт иле лә бар!» темаһына төшөрөлгән һүрәттәр  күргәҙмәһе ойошторолдо.
14 декабрь көнө Башҡорт теле көнөнә арналған байрам үтте. Сараның маҡсаты--балаларҙа башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған тел менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Байрамда өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. 
Башҡорт теленә арналған саралар хәтирәләргә бай, иҫтәлекле үтте. Туған телебеҙгә  булған иғтибар  һәм хөрмәт тағы ла нығыр тигән ышаныстабыҙ!