1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле көнө

Декабрь 14, 2023 Просмотров: 11
#Башҡорттелекөнө
#Минбашҡорттелендәһөйләшәм
#Толпарбалаларбаҡсаһы

Бөгөн "Толпар" балалар баҡсаһында Башҡорт теле көнөнә арналған матур сара - "Тыуған илем-башҡорт иле, туған телем-башҡорт теле" исемле шиғыр конкурсы үтте.
Үҫеп килгән быуынды халҡыбыҙҙың рухи мираҫына ылыҡтырыу, туған телгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған бәйгелә балалар тыуған ил, туған тел тураһында шиғырҙар һөйләне.

Нәфис һүҙ оҫталығы бәйгеһендә кескәй төркөмдәр араһында беренсе урынды Кәримов Искәндәр,
икенсе урынды-Кәримов Арсен,
өсөнсө урынды Юнысбаев Ирхан яуланы.
Өлкән төркөмдәр араһында беренсе урында- Иҫәндәүләтов Эмир, икенсе урынды Хәйбуллина Ирада һәм Шәйәхмәтова Айсель,
өсөнсө урынды Ғәлимова Амелия,
Иҫәнбаев Заһир һәм Аҡбулатова Лилиә бүлеште.
Маҡтау ҡағыҙы менән бәйгелә әүҙем ҡатнашыусы
Мостафин Аслан, Исәкәйев Арслан һәм Ҡотлоғужин Моратта бүләкләнде. Афарин!