"Йәш әлибаевсылар" 5-се мәктәптең йәш кадеттары менән осрашты
Декабрь 6, 2023
Просмотров: 20
"Толпар"балалар баҡсаһында мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө "Йәш әлибаевсылар" 5-се мәктәптең йәш кадеттары менән осрашты. Кадеттары маршировать итеп күрһәттеләр, ҡумыҙҙа уйнанылар,йыр йырланылар. "Йәш әлибаевсылар" үҙҙәренең отҡорлоғон, сослоғон, йылғырлығын эстафетала атта ярышып, сыбыртҡы менән ярышып күрһәттеләр. Уларҙың" Ерҙән һалдат атлай" бөтәһенеңдә күңеленә хуш килде.Рим Гатиятович менән берлектә кадеттары автомат, противогаз менән таныштырҙылар. Киләсәктә лә эштәр дауам итәсәк, осрашыуҙар буласаҡ.